Башҡортостанда кәзә үрсетеү тарала бара

Тулыраҡ: Башҡортостанда кәзә үрсетеү тарала бара

Республикала ошо ваҡ малдың һаны 96 меңгә еткән. Һәм был күрһәткестәр йылдам арта. Кушнаренко районында ла малсылыҡтың был тармағына өҫтөнлөк биреүсе йүнселдәр йәшәй. Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы. Зойка – дрессировакалау үткән цирк кәзәһе түгел, ә ябай йорт хайуаны. Әммә хужаһы уны балалар кеүек уйната. Ете йыл аҫрау дәүерендә Зойка ҡушаматлы кәзә Игдисламовтарҙың ғаилә ағзаһына әйләнгән. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә ваҡ мал аҫрауы еңелерәк, ти хужалар. Йәйен иректә йөрөй, ҡышҡылыҡҡа ла күп аҙыҡ талап ителмәй. Бесән, көрпә, йәшелсә ашай. Ағастарҙың нәҙек ботаҡтарын да, ҡайырын да ярата.Һәр кем кәзәне төрлө ниәттә үрсетә. Дебетенән шәл бәйләргә, итен ашарға һөтөнән ҡымыҙ бешеп тә, былай ҙа эсергә мөмкин. Ҡыш көнөндә бер кәзәнән литрлап һөтә һауыла, ә йәйен һауым 3 литрға тиклем барып етә. Ғалимдар кәзә һөтөнөң файҙаһын күптәнән иҫбатлаған. Уның тәме лә тәмле, әсә һөтө менән тиңләйҙәр. Ысынлап та, һыйырҙыҡынан айырмалы, кәзә һөтө айырыуса, балалар организмы өсөн кәрәкле , еңел үҙләштерелеүсе продукт.Игдисламовтар кәзә һөтөнән айырылмай – ул көндәлек туҡланыу рационының айырылғыһыҙ өлөшө. Продукттың тағы бер өҫтөнлөгө бар: табиптар аллергия һәм быума менән яфаланыусылар өсөн дә кәзә һөтөн эсергә кәңәш итә. Кушнаренкола йәшәүсе Зәвил Шәрипов та был эсемлектең шифаһына үҙе төшөнгән. Кәзәләр тик файҙалы матдәләргә бай үләнде генә ашайҙар, шуға уларҙың һөтө тәмле, хуш еҫле була ти, хужа. Шифалы эсемлек артынан килеүселәр етерлек — даими һатып алыусылары бар. Ун йылдан ашыу был кәсеп менән шөғөлләнеү осоронда йүнсел хужа һаҡалтайҙарҙы үҙе һауырға ла өйрәнгән. Ишек алдында әле дүрт баш кәзә малы йөрөй. Һыйыр, таналары ла бар. Әммә тап кәзә үрсетеүҙең мәшәҡәте эре малдыҡына ҡарағанда аҙыраҡ, ти хужа. Килем өсөн, йәки күңел өсөн -һәр кем үҙе һайлай. Йыл башынан рсепубликала 96 мең кәзә иҫәпләнә. Шуларҙың 89 меңе шәхси, 5 меңе фермер һәм бер меңе дөйөм хужалыҡтарҙа аҫрала. Был кәсепте үҫтереү йәһәтенән төбәктә бөтә уңайлы шарттар бар, төрлө программалар эшләп килә, инвесторҙар ҙа йәлеп ителә. Кәзә үрсетеү беҙҙең төбәк шарттарында бик отошло булғанға күп шәхси хужалыҡтар тап ошо йүнәлеште һайлай. Һуңғы йылдарҙа ваҡ малдың йылдам арта барыуын күҙ уңында тотҡанда, тармаҡтың киләсәге өмөтлө.