Ғалимдар баҫыуҙарҙы ҡыйҙан азат итеүҙең берәгәйле ысулын эҙләй

Тулыраҡ: Ғалимдар баҫыуҙарҙы ҡыйҙан азат итеүҙең берәгәйле ысулын эҙләй

Йолҡоп ташларға ла ҡотолорға ине, тип түтәлдәге сүп үләндәре менән көрәшкән һәр баҡсасы хыяллана. Ер эшкәртеү дәүере башланғандан алып крәҫтиәндәрҙе борсоған был һорау һаман көнүҙәк. Ғалимдар баҫыуҙарҙы ҡыйҙан азат итеүҙең бер, әммә берәгәйле ысулын эҙләй.Йәш белгес Ғәлиә Рамазанова киләсәген фән менән бәйләргә ниәтләй. Әле ул биотехнологиялар йүнәлешендәге тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша, магистратурала белемен камиллаштыра. Ғәлиә һәм уның хеҙмәттәштәре аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә асыш яһау маҡсатын ҡуйған. Гербицидтар һәм үҫемлек үҫешен көйләү ғилми-тикшеренеү институтында иң яуыз ҡый үләндәренә ҡарата ла сара табырға мөмкин, тиҙәр. Ғалимдар әле иген культуралары уңышын ҡыйған үҫемлектәргә ҡаршы матдә эҙләүен дауам итә. Уның күпме төрҙәре эшләп сығарылһа — һәммәһе махсус лабораторияла һынау үтергә тейеш.Ғалимдар эшләп сығарған гербицидтар ошо бүлмәлә һынау үтә. Иген баҫыуҙарында иң күп таралған сүп үләндәре өсөн бында тәбиғи шарттар булдырылған, һауа температураһы 24 градус, лампа яҡтылығы ҡояш нурына тиң.Хәйер, иген баҫыуҙарында ҡулланышҡа тәғәйен гербицидтар башҡалары өсөн файһыҙға? сығыуы ихтимал. Сүп үләндәре һанап бөткөһөҙ. Исеме яғымлы, әммә есеме яуыз амброзияның ғына республикала тиҫтәләгән төрө билдәле. Ул баҫыуҙарға зыян итеп кенә ҡалмай, кеше сәләмәтлегенә етди аллергия менән янай. Өфө гербицидтар һәм үҫемлек үҫешен көйләү ғилми-тикшеренеү институты белгестәре ҡый үләндәренә ҡаршы химик матдәләр ҡулланыуҙың яңы алымдарын эҙләй. Тупраҡты ағыуламаҫ өсөн бик аҙ күләмдә һәм тик сүп үләндәренә генә тәьҫир итер миҡдарҙа гербицидтар индереү — хәҙерге заман талабы. Барыһын да финанстар хәл итә. Хәҙерге шарттарҙа сүп үләндәренән ҡотолоу сараларына мохтажлыҡ сит ил өлгөләре иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә. Өфө ғалимдарының иһә бар төр ҡый үҫемлектәренә ҡаршы универсаль матдәне үҙебеҙҙә эшләп сығарыу ниәте бар.