Башҡортостан ике теплица хужалығы федераль субсидия аласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостан ике теплица хужалығы федераль субсидия аласаҡ

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов йәшелсә үҫтереүселәрҙең Милли берлеге Президенты Сергей Королев менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ республика һәм ил субьекттарында теплицалар үҫтереү, ауыл хужалығы тармағына инвестициялар йәлеп итеү тураһында барҙы. Бөгөнгө осрашыуҙа Башҡортостандың теплица хужалыҡтарына финанс ярҙам тураһында ла һүҙ булды. Республиканың ике предприятиеһы сығымдарҙы ҡаплау өсөн федераль бюджеттан субсидиялар аласаҡ. Сергей Королев Башҡортостанға теплица хужалыҡтарын үҫтереүгә арналған конференцияла ҡатнашыу өсөн килгәйне. Агрофорум әлеге минуттарҙа Бүздәк районында уҙа.