Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Швеция 80 мең мигрантты илдән кире ҡыуырға ниәтләй. Бының сәбәбе бик ябай тип аңлата белгестәр-ҡасаҡтар ҡатнашлығында енәйәттәр артҡан. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы ла арта.

Ер шарында зика исемле яңы вирус тарала. Ул күп илдәргә ҡурҡыныс менән янай. Вирус өйрәнелмәгән, унан дарыу ҙа юҡ. Ауырыу ауырлы ҡатындар өсөн хәүефле. Шуға ла белгестәр вирус таралған илдәрҙә ҡатындарға йөккә ҡалмаҫҡа кәңәш итә.

Австралияның Джилонг ҡалаһы һыу аҫтында ҡалған. Тәбиғәт ҡазаһы сәбәпле йорттар һәм автомобилдәр һыу аҫтында ҡалған. Джилонг Австралиялағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе.