Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Тулыраҡ: Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

“Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә сыҡҡан янғын бөгөн иртәнге етенсе яртыла тулыһынса һүндерелде. Был турала заводтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын башланғас та бензин, башҡа яғыулыҡ биреү туҡтатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бер кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәтләнгән. Янғынға дүртенсе ауырлыҡ рангы бирелгән. Республиканың тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, хәүефле етештереү объекттарында сәнәғәт именлеге талаптарын боҙған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле янғын сәбәптәре тикшерелә. Предприятиела хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләргә хоҡуҡи баһа биреләсәк. Роспотребнадзор янғын сыҡҡан урындан йыраҡ түгел өс урамда һауаны тикшергән. Зарарлы матдәләр табылмаған.