Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы

Тулыраҡ: Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы

Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив кәңәшмәлә ҡаралған ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында. Формаль яуаптан арыған халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашыу йөкләмәһен муниципалитеттар ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла алды. Үткән йылдағы мәжбүри сикләмәләр эпидемиологик хәлгә бәйле кисерештәрҙән тыш, көндәлек мәсьәләләрҙе лә киҫкенләштерҙе. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков башҡаланың бар райондарында ла халыҡ менән осрашыуҙар ойошторолоуы тураһында хәбәр итә. Өфөлә торлаҡ йылытыуға ҡағылған етешһеҙлектәр һәм был хеҙмәт өсөн юғары хаҡтар ҡәнәғәтһеҙлек акцияларына сәбәпсе булды. Инженер селтәрҙәре былтырғы кимәлдән 42 процентҡа артыҡ суммаларҙы ҡайтанан иҫәпләргә ризалыҡ белдергән. Республика башлығы бер йыл, тиерлек, пандемия шарттарында хеҙмәт иткән табиптарҙың дә кәйефен белешә. Һаулыҡ һаҡлау министры белдереүенсә, дауаханалар үҙенең ғәҙәти эш тәртибенә күсә башлаған. Февраль аҙағына коронавирус инфекцияһы менән сирлеләр өсөн тәғәйен койкалар һанын кәметеү көтөлә. Бер үк ваҡытта вакцинация киң таралыш ала. Ғинуар аҙағына 151 мең ярым миҡдар вакцина алынасаҡ, Вакцинация пункттары 27 медицина учреждениеһында асыҡ, өҫтәп йәнә 13 пункт эш башларға әҙерләнә. Предприятие-ойошмаларҙа вакцина ҡуйыу буйынса күсмә нөктәләр тәжрибәһе туплана. Был ысул әле социаль учреждениеларҙа ҡулланыла башлаған. Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү менән республиканың ветеринария хеҙмәте белгестәре лә мәшғүл. Ҡош киҙеүе, сусҡаларҙың африка тағуны, бруцеллез осраҡтары Башҡортостанға яҡын төбәктәрҙә теркәлә. Республикала ситтән ҡайтарылған малды 30 көнлөк карантинда тотоу тәртибе раҫланған. Африка тағуны таралыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ветеринар-патруль постары ҡуйылған. Ырымбур өлкәһендә ҡырағай хайуандар араһында был йоғошло сир асыҡланыуға бәйле Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу министрлығы ҡабандар һанын көйләр өсөн атып алырға 50 өҫтәмә лиценция биргән. Бынан тыш, эре сусҡасылыҡ предприятиелары менән берлектә йыртҡыстарҙың хужалыҡтарға яҡынлашыуын сикләү маҡсатында ҡабандарҙы туйындырыу әмәле күрелә. Йәнә бер өлкә вәкилдәре оператив кәңәшмәлә маҡтау һүҙенә лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары үткән аҙнала федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә бәхәсһеҙ еңеүҙәргә өлгәште. Шорт-трексы Семен Елистратов 15 тапҡыр Европа чемпионы дәрәжәһен алды. Радий Хәбиров республикала спортты артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы дауам итергә, төбәктәрҙә бассейндар төҙөлөшөн тамамлап боҙ һарайҙарын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Оператив кәңәшмә был юлы беренсе тапҡыр Башҡортостан24 каналында сурдотәржемә менән эфирға сыҡты. 25 ғинуарҙан муниципаль телеканалда юғары рейтинглы программаларҙа бар мәғлүмәт йүгерек яҙма менән бер рәттән һаңғырауҙар өсөн ҡул хәрәкәте телендә лә тапшырыла.