Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755 йылда Императрица Елизавета Петровна Мәскәү университетын асыу тураһында Указ баҫтырып сығара. Рәсәйҙә студенттар көнөн билдәләүгә ул нигеҙ була. Башҡортостанда 200 меңдән ашыу студент белем ала. Әммә был әлеге көндә уҡып йөрөгәндәр өсөн генә байрам түгел, уҡыуҙы күптән тамамлағандар ҙа был осорҙо тормоштоң иң яҡты хәтирәләре итеп һаҡлай тине Радий Хәбиров студенттарҙы ҡотлап. Буласаҡ табиптар әҙерләгән ВУЗ был көндә яңы ятаҡ туйланы. Өфө авиация техникумының элекке ятағы үткән йыл Медицина университетына тапшырылғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 89 миллион һумға капиталь ремонт эшләнгән, 2 миллион һумлыҡ яңы мебель һатып алынған. Киләсәктә студенттар өсөн бында фитнес үҙәк һәм мобиль китапхана ла булдырыласаҡ. 3 һәм 4 урынлыҡ йыһазландырылған бүлмәләрҙә 500 студент йәшәйәсәк.Радий Хәбировты БДМУ белгестәре уйлап тапҡан яңы ҡушымта менән дә таныштырҙылар. Медицина коммуникаторы ярҙамында табиптар пациент менән 3 телдә аралаша ала. Мобиль ҡушымта башҡорт рус һәм инглиз телдәрендә бәйләнеш булдырырға һәләтле.Студенттар көнө уңайынан ойоштоолоған театртлаштырылған тамашала быйыл үҙенең 90 йыллығын билдәләгән Башҡорт дәүләт медицина университетының ҙур юбилейын киң билдәләүгә старт бирелде.
Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы
Тулыраҡ: Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы