Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға арналған мемориалға сәскәләр һалыуҙан башланды. 6 миллиондан ашыу ҡорбанды иҫкә алыу мәктәптәрҙә асыҡ дәрес форматында үтте. Милли үҙәкте биҙәгән күбәләктәр балаларҙың ижад емеше. Уҡыусылар ошо үлем лагерында һәләк булған йәһүд балалары хөрмәтенә үҙ ҡулдары менән 500 мең хәтер күбәләктәре эшләгән.
Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала
Тулыраҡ: Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала