Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Тулыраҡ: Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итеп суммалар бер нисә тапҡыр яңыртыла. Һөҙөмтәлә бөгөн йылылыҡ буйынса Республика иң ҡиммәтле төбәктәр исемлегендә. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре билдәләүенсә, декабрҙә һауа торошо ғәҙәти булған. Ә бына ғинуарҙа көндәрҙең кинәт йылытып ҡапыл сатлама һыуыҡтар төшөүе технологик ҡатмарлыҡтар менән бергә артыҡ йылытыу йә айырым фатирҙарҙың етәрлек йылынмауына алып килгән.