Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, февраль аҙағына тиклем Башҡортостанда һауа температураһы 15 градустан түбәнәймәйәсәк. Ҡыштың һуңғы айында республика биләмәһендә көслө һалҡындар көтөлмәй.