Польшала хәрби самолет ҡалдыҡтары һәм Икенсе Донъя һуғышы йылдарында һәләк булған совет һалдаттары кәүҙәләре табылғайны. Улар араһында хәрби хеҙмәткә Башҡортостандан саҡырылған яҡташыбыҙ ҙа барлығы билдәле. Эҙләнеүселәр Яков Полькиндың туғандарын бер нисә ай таба алмай. Туғандары иһә яугир тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табыу өмөтөн күптән өҙгән. Яков Полькиндың туғаны Тамара Григорьеваның альбомында ағаһының берҙән-бер фотоһүрәте һаҡлана. Тап шул иҫтәлек сит илдә табылған ҡалдыҡтарҙың Башҡортостан һалдатыныҡы икәнен иҫбатларға тейеш. 1942 йылда Дәүләкән хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырылғас, ағайым Йоматауға ҡайтып, туғандары менән хушлашып китте, тип 5 йәшлек сабый хәтирәләрен уртаҡлаша Тамара Дмитриевна. Йәй ине, баҡсала ҡыяр өлгөрә башлағайны. Ағайым бер ҡыярҙы ваҡ ҡына өлөштәргә бүлеп һәр беребеҙгә таратып бирҙе, тип дауам итә.Олатаһының һуғышҡа киткән биш улының өсөнсөһөнә ҡара ҡағыҙ алғанын да яҡшы хәтерләй ханым. Полькиндарға яуҙа һәләк булған туғандарын табырға ғаилә тарихын ҡәҙерләп быуындан-быуынға тапшырыу йолаһы булышлыҡ иткәндер. Тамара Дмитриевнаның ҡыҙы, Тула өлкәһендә йәшәгән Ирина Тихоновна үҙәк хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткән. Михаил менән Наум олатайҙарының ҡәберҙәре билдәле – береһе Мамаев Ҡурғанда, икенсеһе Каунас ҡалаһында ерләнгән. Ә хәбәрһеҙ юғалған Яков Константинович тураһында улар көтмәгәндә телевизорҙан ишетә. Бомбардир экипажы офицерҙарының береһенең исеме ысынлап та Яков Полькин. Самолет 1945-се йылдың 18-се ғинуарында ҡолаған. Белгестәр фаразлауынса ул һауа разведкаһынан ҡайтып киләгәндә тупҡа тотолған һәм Сохачево аэродромына етмәйенсә йылғаға төшөп батҡан. Польшаның „Саква„ эҙләнеүселәр йәмғиәте самолет ватыҡтарын былтыр йәй, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә йылғаның һайығыуы сәбәпле табыуға өлгәшкән. Самолет ҡалдыҡтары әле Польша музейҙарының береһендә һаҡлана. Ә экипаж ағзаларын Варшаваның хәрби-мемориалы ҡәберлегендә ерләргә ҡарар ителгән.
Польшала Яков Полькиндың ҡалдыҡтары табылған
Тулыраҡ: Польшала Яков Полькиндың ҡалдыҡтары табылған