Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Тулыраҡ: Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан кирегә ҡайтарыла? Летчиктар урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта йәшәүсе Марина Гальченконы йылылыҡ өсөн килгән квитанция аптырашта ҡалдыра. Ошо көндәрҙә «Өфө инженер селтәрҙәре» предприятиеһы декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булһа, йылытыу өсөн хаҡты яңынан иҫәпләргә әҙер булыуын раҫлағайны. Йылытыу өсөн хаҡ күп килгән осраҡта “Өфө инженер селтәрҙәре” сайтында бирелгән күрһәтмәләргә таянып ғариза яҙырға кәрәк. Уны компьютерҙа йә иһә ҡағыҙға яҙып фотоға төшөрөргә һәм сайтта бирелгән электрон почта йәки Ватсапҡа ебәрергә мөмкин. Бындай ысул эште күпкә еңеләйтә, ти Марина. Берәүҙәр йылылыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙәрен тик интернет аша һораһа, икенселәре, күбеһенсә, пенсионерҙар “Өфө инженер селтәрҙәре” предпрятиеһына барыуҙы хуп күрә. Предприятие граждандарҙы шәхсән ҡабул итмәй. Кеше өйөндә йә иһә ошонда килеп ғариза яҙып уны ошо почтаға ҡалдырып китә. Ғаризаны ҡалдырыу ваҡытын да ул үҙе хәл итә. Почтаға һалынған ғаризалар көнөндә үк алынып тикшереүгә оҙатыла. Шулай уҡ граждандар һорауҙары килеп сыҡҡас осраҡта, “Өфө инженер селтәрҙәре” сайтында күрһәтелгән номерға шылтырата ала. Ғаризаларҙы яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 15 мартҡа тиклем яҙырға мөмкин. Халыҡ тик февраль квитанцияларында ғына аҡсаны кире ҡайтарғандарын күрә ала. Өҫтәүенә, күп ҡатлы йорт старосталары торлаҡ – коммуналь хужалығына мөрәжәғәт итеп, логин һәм пароль алып, шәхсән кабинеттарында йылылыҡ энергияһын к-пме тотонғанын онлайн рәүештә күҙәтә ала. Әле иһә прокуратура Октябрь районында күп ҡатлы йорт иҫәпләгестәрен тикшерә.