“Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы матдәләр юҡлығын асыҡланы. Шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә лә зыян килмәгән. Эре предприятиела ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды. 25 ғинуар заводтың 235-се газ бүлеү бүлегендә янғын сыҡты. Бер кеше ашығыс ярҙам машинаһы менән токсикология бүлегенә оҙатылды. Бер кешенең үле кәүҙәһе табылған.
Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә
Тулыраҡ: Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә