“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары технологиялы ҡорамалдар, сәнәғәт дизайны, виртуаль ысынбарлыҡ, квадрокоптер һәм башҡа йүнәлештәр. Хәҙер ауыл ерендә йәшәгән уҡыусыларҙың да заманса ҡорамалдарҙа эшләү мөмкинлеге бар. Толбазы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Регина ... 3Д модельдәр әҙерләү йүнәлешендә шөғөлләнә. Һәр дәрес ул яңы асыш кеүек, ти. Мобиль технопаркта уҡыусылар барлығы алты төрлө йүнәлештә шөғөлләнәсәк. “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы республика райондарында май айына тиклем эшләйәсәк. Ошо ваҡыт арауығында уҡыусылар үҙҙәренең проектарын тәҡдим итеп төрлө конкурстарҙа ҡатнаша ала. Бөгөн мобиль технопаркта егермегә яҡын йәш белегес эшләй. Улар билдәләүенсә, кванториум ул белем биреү системаһының яңы баҫҡысы. “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәй мәғарифының көнәркәшлеген тәьмин итеү, белем биреү сифаты буйынса донъяның иң алдынғы ун иле араһына инеү. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән милли проекттарҙың барыһы ла ил халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар араһында “Мәғариф” милли проекты айырым урын алып тора. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. 2020 йылда ғына 132 миллиард һумдан ашыу аҡса проектта ҡаралған эштәргә йүнәлтелгән.
Ауырғазыла мобиль технопарк асылды
Тулыраҡ: Ауырғазыла мобиль технопарк асылды