Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды

Тулыраҡ: Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды

Был аҙнала баш ҡала уҡытыусылары араһында “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары педагогик кейс һынауҙарын үтте, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Башҡа ҡатнашыусылар өсөн бәйге бөгөн башлана. Өфөнөң 44-се күп профилле мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Камил ҡыҙы Әмирова ҡатнаша.3-сө класс уҡысылары “Миҙгелдәр” һәм “Ҡыш ” темаларын уйын аша өйрәнә. Дәрес башлыса интерактив таҡтала эшләүгә ҡоролған.Йыр, шиғырҙар, уйын аша балалар һүҙҙәрҙе тиҙерәк отоп ала, ти Айһылыу Камил ҡыҙы, ә балалар башҡорт телен белеү, аңлау көндәлек тормошта ла ярҙам итә , тип уртаҡлаша.44-се мәктәптә уҡыусыларҙың 70% башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Шулай ҙа рус класында уҡыған балалар ҙа дәрестә әүҙем ҡатнаша.Үткән йылда 44-се мәктәптән ике уҡытыусы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашһа, быйыл коллектив биш педагогты әҙерләгән. Өфө ҡалаһының йыл уҡытыусыларын ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгестәре һынай. Мәғариф идаралығының Ютуб каналы аша баш ҡаланың 67 уҡытыусыһы бәйгене башланы. Шуларҙың тик 7-һе республика этабына үтәсәк.