Өфөлә йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ике көн эсендә 2 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән. Дөйөм алғанда, Өфө мэрияһы һәм торлаҡты йылы менән тәьмин итеүсе компания 20 мең самаһы фатирҙа йәшәүселәргә аҡсаһын кире бирергә йыйына. Баш ҡала хакимиәтенең яңы башлығы уҙғарған беренсе оператив кәңәшмәлә башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Йорттарҙы йылы менән тәьмин итеү өсөн түләү ноябрь менән сағыштырғанда декабрҙә 42 проценттан артҡан осраҡта ғына февралдә кире ҡайтарыласаҡ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, торлаҡты төрлө компаниялар хеҙмәтләндерә. Артабан йылы өсөн хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүенә юл ҡуймаҫ өсөн, өйҙәргә өҫтәмә иҫәпләү ҡорамалдары ҡуйырға тәҡдим ителә. Улар ярҙамында йылылыҡ өсөн киткән энергияны ситтән тороп күҙәтеп буласаҡ.Дүшәмбе үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район һәм ҡала етәкселәренә халыҡ менән йышыраҡ осрашып, аралашырға ҡушҡайны. Өфө мэрияһы был йәһәттән муниципалитет ҡарамағындағы Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә йыйына. Инде бер-нисә йыл баш ҡалала ата-әсәләрҙе балаларҙы мәктәптәрҙә туҡландырыу мәсьәләһе борсой. Был өлкәлә әле һаман тәртип урынлаштырылмаған. Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков проблеманы контролдә тоторға ҡушты.Ябалаҡлап яуған ҡар йыл һайын Өфө халҡына һәм автоһәүәҫкәрҙәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Был мәсьәлә лә көн тәртибенә сығарылды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге күперҙе һүтеү баш ҡала юлдарында ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Яңы йылдан һуң кешеләр эшкә һуңлай башланы. Өфө мэры Сергей Греков ремонттың төп эштәрен быйыл тамамлау бурысын ҡуйҙы. Өфө халҡы коронавирус таралыуҙы онлайн күҙәтә ала. Баш ҡала хакимиәте инфекция йыш таралған усаҡтарҙың интерактив картаһын эшләгән. Унда сирләүсенең йәшәгән урыны күрһәтелә. Әлегә республикаға коронавирустан һаҡланыу өсөн 13 меңдән ашыу вакцина килтерелгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе Өфөлә йәшәүселәргә эшләнгән. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанға 1 миллиондан ашыу доза вакцина ҡайтарылыр тип көтөлә.
Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү
Тулыраҡ: Төп мәсьәлә- йылылыҡ өсөн түләү