Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә ҡайтанан айнытҡыстар тергеҙелә

Ошо туралағы закон проекты Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан ҡабул ителеп, 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, төбәктәр үҙҙәрендә медицина айнытҡыстары асыу хоҡуғын алды. Әле ошондай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ҡағиҙәләре әҙерләнә. Эскелек арҡаһында кеше ғүмере ҡыйыла, күпселек енәйәт эштәре ҡылына, ғаиләләр тарҡала, төрлө фажиғәләрҙең дә башында күп осраҡта тап эскелек тора. Спиртлы эсемлектәр эсеп урамдарҙа туңып йыл һайын Рәсәйҙә 50 меңдән ашыу кеше яҡты донъя менән хушлаша. Өҫтәүенә, улар енәйәтселәрҙең ҡорбандарына әйләнә. Шулай уҡ, иҫерек килеш башҡарылған енәйәттәр ҙә 35% -ҡа артҡан. Бындай күңелһеҙ һөҙөмтәгә башлыса 2011-се йылда айнытҡыстарҙың ябылыуы килтерҙе, тип иҫәпләй белгестәр. Иҫерек хәлдәгеләр өсөн тәғәйенләнгән социаль-реабилитациялау үҙәге теүәл ун йыл элек, айнытҡыстар ябылып бөткәс, йәмәғәтселек һорауы буйынса асылған. Ошо дәүер эсендә үҙәк хеҙмәткәрҙәре 119 меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалған. Был ир ваҡытлыса приютта беренсегә түгел. Яҡында ғына эшләйем, ә өйгә ҡайтып йөрөүе йыраҡ, өҫтәүенә, юлға ярты пенсия китә, ти ул. Ә социаль-реабилитациялау үҙәгендә ҡунып сығыу бушлай. Учреждениеның даими клиенттары ла бар. Ҡуна килеүселәргә түшәк-кәрәк яраҡтары, мохтаж икән таҙа кейем дә бирелә. Ғөмүмән, үҙәктә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бында айырым бүлмә лә ҡаралған. Әммә ул бәләкәйерәк, урындыҡтар ҙа аҙыраҡ. Сөнки улар бында һирәк ҡунаҡ. Әйткәндәй, бер ай эсендә бөгөн беренсегә гүзәл затты алып килделәр. Тәү сиратта, иҫерек хәлдәгеләрҙең организмында алкоголь кимәле тикшерелә.28 йәшлек ҡатын полиция хеҙмәткәрен үҙе саҡыртҡан. Өйҙә тормош иптәше менән байрам иткәндән һуң, ығы-зығы ҡупҡан. Интервью бирергә ризалашһа ла, ысынында нимә булғанын асыҡ ҡына әйтмәне. Иҫерек кешеләрҙең һаулығына ҡурҡыныс янамай икән, ул үҙәктә ҡунып ҡына сыға. Кәрәк икән дауахаға оҙатыла, йәки урында уҡ беренсе ашығыс ярҙам күрһәтелә. Айныҡтырыу системаһын тергеҙеү, тәү сиратта, кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. Ул медицина һәм иҡтисад яғынан да отошлораҡ буласаҡ, ти белгестәр. Элеккесә айнытҡыстарҙа ултырып сығыу түләүле буласаҡ. Иҫәпләп сығарыуҙарынса бер төндөң хаҡы уртаса мең ярым. Әммә һәр субъект был хаҡты үҙе билдәләү хоҡуғына эйә. Яңы ҡанун быйыл 1 ғинуарҙа үҙ көсөнә инһә лә, уның өҫтөндә эш дауам итә.Ғәҙәттә, айныҡ булмаған кеше үҙенә ярҙам кәрәкме-юҡмы икәнен аңлай алмай. Был юҫыҡтан да законға үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер урамда йөрөгән иҫерек кешеләрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре айнытҡыстарға алып китә ала. Күптәр быны граждандарҙың иреккә хоҡуғын боҙоу тип ҡабул итһә лә, юрист кире фекерҙә. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙеү темаһына әңгәмә ҡорғанда тамашасыларҙың күбеһе был яңылыҡҡҡа ҡарата ыңғай фекерен еткерҙе. Ысынлап та, әлеге ваҡытта Өфөләге иҫеректәр өсөн тәғәйенләнгән берҙән бер-социаль реабилитациялау үҙәге ҡала ҡарамағында һәм уның эшмәкәрлегенә бюджеттан йыл һайын 15 миллион һум аҡса бүленә. Ә киләсәктә иһә айнытҡыстар дәүләт-шәхси һәм муниципаль-шәхси партнерлыҡ тураһындағы килешеүҙәр нигеҙендә булдырыласаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш етди алып барыла. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсын республика халҡы дәррәү күтәреп сыҡты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров һәм хөкүмәт тарафынын суррогат алкоголь менән сауҙаны юҡ итеүгә көслө баҫым яһала.