М5 трассаһында тығындар һәм бәрелештәр теркәлде

Тулыраҡ: М5 трассаһында тығындар һәм бәрелештәр теркәлде

Ҡатмарлы һауа шарттары үткән ял көндәрендә федераль автомобиль трассаларында киҫкен хәл барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды. М5 Урал трассаһында тығындар һәм бәрелештәр теркәлде. Юлдарҙа хәл бөгөн дә киҫкенләшә. Юлдар өсөн ҡышҡы һауа шарттары, тигән һүҙбәйләнеш үҙе үк киҫкен. Ҡар, һалҡын, буран, боҙлауыҡ автомобиль йөрөтөүмеләрҙән етди иғтибар ғына түгел, ә билдәле бер таһыллыҡ талап итә. Виталий Спиридонов тәжрибәле водитель. Йыл дауамында ул ошо трассанан йөк ташый. Әле Мәскәүҙән Новосибирск өлкәһе Толмачево ауылына юл тота. Көнөнә 700-800 километр арауыҡты үтә. Көрт, буран һәм боҙлауыҡ иң тәжрибәле водителдәр өсөн дә ҡаршылыҡтар ҡуя. Тайғаҡ юлда туҡтап ҡалған йөк машиналарын урап үтергә тәүәккәлләгән еңел машина хужалары бар иғтибарын юл һәләкәтенә тарымаҫҡа йүнәлтергә тейеш. Тар урындарҙа ҡаршы килгән автомобилдәргә юл биреү айырыуса киҫкенләшә. Өфөнән өс балаһын ултыртып юлға сыҡҡан ханым Шаҡша юл киҫешендә машинаһына идара итә алмай ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөйөнөскә ҡаршы, барыһы ла имен. Әммә юлда бәхетһеҙ осраҡтар ҙа теркәлгән.Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы был көндәрҙә водителдәрҙе етди сәбәпһеҙ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Буран һәм боҙлауыҡ арҡаһында юлда киҫкен хәлдәрҙең ҡабатланыуы ихтимал.