Был судтар аҙ сығымдар талап итә һәм бәхәсте тиҙ арала сисергә мөмкинлек бирә. Быйыл 1 сентябрҙә уларҙың эшмәкәрлеген көйләү тураһындағы яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Башҡортостанда третей судтарын борсоға мәсчьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова.Рәсәйҙә 3 меңдән ашыу третей судтары теркәлгән. Шуларҙың 70-е Башҡортостанда. Уларҙың эшмәкәрлеген көйләү тураһындағы яңы закон быйыл 1 сентябрҙә үҙ көсөнә инәсәк. Закон проектын ҡабул иткәнгә тиклем третей судтарының етешһеҙлектәрен асыҡлау, уларҙың ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләү – конференцияның төп маҡсаты. Третей суды – ике яҡтың килешеүе нигеҙендә гражданлыҡ хоҡуғы буйынса бәхәстәрҙе хәл иткән һәм дәүләткә ҡарамаған орган. Исеменән үк күренеүенсә, бәхәс барышында өсөнсө шәхестең ҡатнашыуы – был судтар өсөн тәү шарт. Конференцияла сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ул аҙ сығымдар талап итә һәм бәхәсте тиҙ арала сисергә мөмкинлек бирә.Рәсәйҙә Третей судтары 90-сы йылдарҙан, Башҡортостанда 2009 йылдан алып эшләй. Һуңғы осорҙа уларға ҡарата халыҡтың ышанысы артыуы күҙәтелә. Тик ҡайһы бер етешһеҙлектәр уның үҫешен тотҡарлай.Третей судтарын реформалауҙың иң ҡыҫҡа юлы – Рәсәйҙең сауҙа-сәнәғәт палатаһын майҙан итеп ҡулланыу. Шулай уҡ тик кеҫә яғын байытырға тырышыусы судтарҙы ябыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, тип һанай юристар ассоциацияһы вәкилдәре.Әлеге ваҡытта Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһында ике эре суд эшләп килә: иҡтисади мәсьәләрҙе хәл итеүсе третей суды һәм Халыҡ –ара коммерциялы арбитраж суд. Уларҙа ҡаралған эштәрҙең 10 проценты сит ил эшҡыуарҙары һәм ойошмаларына тура килә. Был Рәсәй третей судтарының кимәле, баһаһы, шулай уҡ уны камиллаштырыу кәрәклеге тураһында һөйләй.
Рәсәйҙә третей судтары эшмәкәрлеген камиллаштырырға кәрәк
Тулыраҡ: Рәсәйҙә третей судтары эшмәкәрлеген камиллаштырырға кәрәк