Рәсәйҙең А321 самолетында террор ғәмәлен Төркиәнең Һоро бүреләр төркөмө ойошторған булыуы ихтимал. Был турала бөгөн федераль именлек хеҙмәтендәге сығанаҡтарға һылтанып Коммерсант газетаһы яҙып сыҡты. Һоро бүреләр Ислам дәүләте террор ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнгән һәм бик күп илдәрҙә теракттар ойоштороуҙа ҡатнашҡан.
Истамбулда полиция Пабло Пикассоның картинаһын һатырға теләгән енәйәтселәрҙе ҡулға алды. Нью-Йорктағы шәхси коллекциянан урланған был картинаны улар 8 миллион долларға һатырға уйлаған.
Рәсәйҙең Протон ракетаһы Байконур космодромынан Европаның Евтелсат юлдашын йыһанға сығарҙы. Ул цифрлы телевизион тапшырыуҙар һәм Скандинавия, Балтик буйы илдәренә мәғлүмәт тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән.
Ҡытайҙан Руан Ляньминь үҙенә 637 мең ҡорт ултыртып яңы рекорд ҡуйҙы. Бал ҡорттары уны тулыһынса ҡаплап ала. Ҡытайҙа ҡорттар менән трюктар яһаусылар бихисап. Быға тиклем Цзянзи виләйәтенән Жуан исемле умартасы ла рекорд ҡуйған.