Драматург Рәлиф Кинйәбаев ДДТ төркөмөнөң солисы Юрий Шевчуктың ижад юлы тураһында пьеса яҙған

Тулыраҡ: Драматург Рәлиф Кинйәбаев ДДТ төркөмөнөң солисы Юрий Шевчуктың ижад юлы тураһында пьеса яҙған

Был авторҙың рус телендәге тәүге пьесаһы. Режиссер Гөлдәр Ильясова тәүгеләрҙән булып әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйырға теләк белдергән. Шулай башланып китә әҫәр. Әлегә автор бәйән итеүендә , әммә әҫәр быйыл сәхнәгә ҡуйылыр тигәнгә өмөтө ҙур драматаргтың. Пьеса яҙыу теләге яҡташы Наил Мәхмүтовтың ДДТ төркөмө тураһындағы китабын уҡығандан һуң тыуа. Легендар яҡташыбыҙ Юрий Шевчук менән Рәлиф Кинйәбаев шәхсән таныш түгел, әммә был рус рок-музыкантының ижад юлында күргән ауырлыҡтары тураһында яҙырға ҡамасауламаған. Юрий Шевчук ҡатнашлығындағы хәйриә концертында драматург үҙенең геройы менән яҡындан танышасаҡ. Әйткәндәй, күренекле рок-музыкант был концертты үҙенең дуҫы, Өфө егете, ДДТ төркөмөнөң тәүге составы гитарисы Рөстәм Асанбаевҡа ярҙам йәһәтенән ойоштора. Табиптар үткән йәй уға үпкә яман шеше тигән диагноз ҡуя. Музыкантҡа ярҙам йөҙөнән Өфө музыканттары бер нисә хәйриә концерты ойоштарған да инде.5 февралдә үтәсәк хәйриә концертына ҡала кассаларында билеттар һатылып бөткән тиергә лә була. Концерттан йыйылған аҡса Рөстәм Асанбаевҡа дауаланыу курстары өсөн йүнәлтеләсәк.