Морждар араһында йөҙөү буйынса чемпионат уҙҙы

Тулыраҡ: Морждар араһында йөҙөү буйынса чемпионат уҙҙы

Унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Алевтина Иванова чемпионатҡа етди өҙерләнә. Һалҡын һыуҙан сығыу менән мотлаҡ ҡайнар сәй һәм йылы аҙыҡ ашарға кәрәк, ти ул. Шуға күрә ваҡ бәлештәрҙе бар командаға етерлек итеп әҙерләп ҡуя. Һыуға сумыр алдынан бер ниндәй ҙә күнекмәләр эшләмәйем, иң мөһиме үҙеңде рухи яҡан әҙерләү ти.Александр Зеленецкий иһә боҙло һыуға сумыр алдынан тәнде алдан күнекмәләр эшләп әҙерләү мөһим тигән фекерҙә. Ир сынығыуҙың был ысулы менән бик күп йылдар шөғөлләнә. Мәкегә сумырға теләгән кеше тулыһынса һау-сәләмәт һәм алдан сыныҡҡан булырға тейеш, ти тәжрибәле морж. Ҡышҡы йөҙөү буйынса үткәрелгән асыҡ чемпионатта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай спорт төрөн үҙ итеүселәр йылдан-йыл арта. Теләгән һәр кем мәкегә сума ала, ти морждар. Тик табиптар был фекерҙе хупламай.Мәкелә һыу инеүселәр һаны һуңғы йылдарҙа артғандан-арта. Ғалимдар әйтеүенсә, улар араһында һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар ҙа һирәк. Шулай ҙа һалҡын һыуға әҙерлекһеҙ сумыу һаулыҡҡа киреһенсә зыян килтереүе тураһында ла онотмаҫҡа кәңәш итә табиптар.