Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 24 мең 412 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 165 кешенең был мәкерле сирҙе йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Масим Забелин хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостандың сәнәғәт индексы проценты 98 процент. Был уҙған йылдың рәсми күрһәткесе. Эштәрҙе тулыһынса башҡарып сығыу өсөн ни бары 2 процент ҡына етмәгән. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Ә яҡын арала Хөкүмәт республика башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен бойомға ашырыу буйынса эш башларға тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр республиканың көндәлек тормошон барлау ғына түгел. Ултырышта төбәктең киләһе йылдарға билдәләнгән маҡсаттары ла аныҡлана. Мәҫәлән, яңы клиникалар төҙөү, дауаханаларға нигеҙ һалыу. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика район һәм ҡалаларында сафҡа тапшырыласаҡ медицина обьекттарын атаны. Исемлектә Мәсәғүт, Өфө, Саҡмағош райондары бар. Шулай ҙа, һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн бөгөн төп мәсьәлә – пандемия. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн республикаға вакциналарҙың өҫтәмә партияһы ҡайтарыла. Көн һайын 6 меңдән ашыу пациент ковид-тест тапшыра. Коронавирус йоҡторғандарҙы дауалау өсөн асылған клиникалар үҙ эшен ғәҙәти режимға күсерә. Ә КОВИД 19 сире менән ауырығандарҙы хәҙер Стәрлетамаҡҡа һаласаҡтар. Коронавирус мәлендә Башҡортостан иҡтисад тармағына ярҙам өсөн ике пакеттан торған доументтар ҡабул иткәйне. Эшҡыуарлыҡ субьекттарын мөлкәт һалымынан азат итеү, тура ярҙам һәм башҡалар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Премьер-министр Андрей Назаров ыңғай динамика барлығы тураһында әйтә. Яҡын арала өсөнсө пакет ҡабул ителәсәк. Тик Башҡортостанда, мәҫәлән, экспорт тармағында хәлдәрҙең насарайыуы күҙәтелә. Республика сеймал булмаған экспорт кәмеүен теркәй. Шул уҡ ваҡытта Башҡоростан яңы илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һала алған. Башҡортостандағы төп 12 экспортер ширҡәттең башҡа илдәргә һатылған тауары илле процентҡа тиклем аҙайған. Субьект хәҙер экпортерҙарға ярҙамдың төрлө юлдарын барларға тырыша. Төп сәбәп әлеге лә баяғы – пандемия. Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендә лә яңылыҡтар юҡ түгел. Республиканың милли симфоник оркестрының Мәскәүҙәге концерты ҙур уңыш менән үткән. Әммә, бының менән генә тынысланырға иртәрәк. Март айында илдең баш ҡалаһында, Ҙур театрҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет етатры көндәре үтәсәк.
Ковид-госпиталдәр ғәҙәти эш режимына күсә
Тулыраҡ: Ковид-госпиталдәр ғәҙәти эш режимына күсә