Уларҙың барыһын да Өфө инженер селтәрҙәре хеҙмәтләндерә. Ә БашРТС ойошмаһына ҡараған йорттар буйынса әлегә аныҡ ҡарар юҡ.Хөкүмәт йортонда йылылыҡ өсөн түләүҙәргә бәйле бер нисә кәңәшмә үтте. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар декабрь айы өсөн квитанциялағы хаҡ алдағы ай менән сағыштырғанда 42 проценттан да артып киткән осраҡтар буйынса суммаларҙы кире ҡайтара башлаған. Өфө инженер селтәрҙәре абоненттарына 15 февралгә тиклем ғариза яҙып ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. БашРТС ойошмаһы хеҙмәтләндергән йорттарҙа уҙғарылған тикшереүҙәр барышында бихисап етешһеҙлектәр асыҡланған, улар, башлыса, температура нормалары үтәлмәүгә, йәғни, артыҡ йылытыу йә етә йылылыҡ бирмәү менән бәйле. Компания ярты миллион фатирҙы хеҙмәтләндерә. Күптәре декабрь өсөн шулай уҡ юғары сумма алды. Радий Хәбиров яуаплы етәкселәрҙе һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәрен тәнҡитләп, мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеү юлын табырға ҡушты. Әйткәндәй, ғинуар айына Өфө халҡына йылылыҡ өсөн түләмәй торорға кәңәш итәләр. Мэриянан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер йорттарҙа йылдың тәүге айы өсөн квитанцияларҙа хата киткән. Ошо көндәрҙә уларҙы яңынан баҫтырып ебәрәскәтәр. Кемдәр түләп өлгөргән ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр.
Өфөлә 20 меңдән ашыу фатир буйынса йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҡайтанан иҫәпләнә
Тулыраҡ: Өфөлә 20 меңдән ашыу фатир буйынса йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҡайтанан иҫәпләнә