Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне

Тулыраҡ: Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов 65 йәшен билдәләне. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән тантаналы кисәлә юбилярҙың ижадташ дуҫтары, туғандары, яҡын кешеләре йыйылды. Ҡотлауҙар, бүләктәрҙән тыш Азат Миңлеғәле улына Салауат Юлаев ордены тапшырҙылар. Матур ғүмер байрамын - 65 йәшлек юбилейын Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов Башҡорт Дәүләт филармонияһында ҡаршыланы. Уны тәүгеләрҙән булып ҡотларға Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты вәкилдәре ашыҡты. . Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған малай тап Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында белем алған. 11 йәшенән ҡурайҙы үҙ итеп, бына инде 55 йыл Азат Миңлеғәле улы милли музыка ҡоралын ҡулынан төшөрмәй. Азат Айытҡолов ҡурайҙа уйнағанда бөтә көйҙәрҙе нескәлектәрен тойоп, тәрәндән аңлап, үҙе аша үткәрә. Шуға ла кеше уның башҡарыуында ҡурай моңо кешеләрҙең күңеленә, йөрәктәренә үтеп инә. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Әҙһәм Исҡужин, Ғата Сөләймәнов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙе – үҙенең остаздарын юбиляр ҡәҙерләп иҫкә алды. Хәҙер инде Азат Миңлеғәле улы үҙе ошо быуындан-быуынға күсә килгән рухи хазинаны йәштәргә түкмәй-сәсмәй еткерә. Филармонияның ҡурайсылар ансамблен етәкләүҙән тыш, Өфө сәнғәт институтында ла егеттәргә ҡурай серҙәрен өйрәтә ул. Музыкантты сәхнә үҫтерә, тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. 43 йыл буйына тап Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүем менән бәхетлемен, ти ҡурайсы. Рәсәй генә түгел, төрлө илдәрҙә сит халыҡтарҙы ҡурай моңо менән таныштыра ул. Башҡорт милли ҡурайын донъя кимәлендә популярлаштырыу хеҙмәтегеҙ оло баһаға лайыҡ, тип Башҡортостандың мәҙәниәт министры юбилярға маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ, республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Эшен яратып, еренә еткереп эшләгән музыкант был ҡаҙаныштар менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, изге уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ҡурайға мин ғүмерем буйы хеҙмәт иттем һәм артабан да уға тоғро буласаҡмын, ти Азай Айытҡолов. Тап уның кеүек башҡорт халҡының данлы улдары булғанда ҡурай сәнғәтенең сәскә атыуы һәм башҡорт мәҙәниәтенең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.