Өфөлә Назар Нәжмигә һәйкәл ҡуйыу ҡарала

Тулыраҡ: Өфөлә Назар Нәжмигә һәйкәл ҡуйыу ҡарала

Өфөлә Совет урамында, Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар нәжмигә һәйкәл ҡуйыу ҡарала. Былтыр Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең иң яҡшы проектына конкурс иғлан иткәйне. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс оҙайтылды. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 27 апрелгә тиклем «Рәсәй рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә.