Борайҙа ҙур байрам – Елдәк ырыуы ҡор йыйҙы. Унда Саҡмағош, Ҡариҙел, Благовещен, Илеш, Нуриман, Дүртөйлө райондары вәкилдәре йыйылды. Борай ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Илүс Дауытовтар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Балалар кескәйҙән үк үҙ ырыуын, нәҫел ептәрен белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙә улар. Диана менән Денис ДИНИКӘЙЕвтар ҙа әсәйҙәре менән бергә байрамға алма ағасын хәтерләткән үҙенсәлекле шәжәрә яһап килгән. Үҙ тамырҙарыңды өйрәнеү ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә бик кәрәкле. Тап ошо маҡсат менән Борай районында төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының беренсе йыйыны уҙғарылды. Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев ҡунаҡтарҙы төнъяҡ-көнбайыш һөйләшендә сәләмләне. Бындай йыйындар тыуған ерҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә ҙур этәргес бирә. Бары тик үҙ халҡының тарихын төптән белгән кешенең генә киләсәге бар. Ошо киләсәк матур һәм яҡты булһын өсөн беҙ үҙебеҙҙең үткәнебеҙҙе мотлаҡ белергә тейешбеҙ. Башҡорт тарихы йылына арналған сарала, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Белгестәр елдәктәрҙе Ҡыпсаҡ ырыуынан килеп сығыуы хаҡында бәйән итә. Тарихта был бәләкәй ырыу хаҡында бик аҙ билдәле. Төнъяҡ-көнбайыш һөйләшен башҡорт теленә индереү – беҙҙҙең маҡсат, ти улар. Бындай сараларҙы артабан Балыҡсы, Уран, Унлар, Ҡаңлы ырыуҙары ерендә лә үтәреү ҡарала.
Елдәк ырыуы ҡор йыйҙы
Тулыраҡ: Елдәк ырыуы ҡор йыйҙы