Онлайндан-оффлайнға

Тулыраҡ: Онлайндан-оффлайнға

Өфө халҡы Рәсәй студенттары һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концертында күңел асты. Рәсәй студенттары һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты Өфөнөң рус драма театры алдында барҙы. Сарала Башҡорт эстрадаһы артистары Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Алтынай Вәлитов, МС Баш, Элвин Грей лейблы артистары, “Йәшлек-шоу-2020” конкурсында ҡатнашыусы йырсылар халыҡтың күңелен күтәрҙе. Ә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Элвин Грей иһә сараның хедлайнеры булды. Байрам концертына студенттарҙан тыш, ололар ҙа килгән. Виртуаль донъя ауынан ҡотолоу-сараның төп маҡсаты ине. Рәсәй студенттары һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байрам концерты киске сәғәт 5-кә тиклем дауам итте.