Башҡортостанда тағы ла 26 мең йорт газға тоташтырыласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы ла 26 мең йорт газға тоташтырыласаҡ

Республиканы өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ яғыулыҡ менән тәьмин итеү, төбәкте газификациялау кимәлен арттырыу, тәбиғи газды тәрән эшкәртеү, газ сығарыу, эшкәртеү һәм ҡулланыуҙа фән, машиналар төҙөү һәм транспортлау тармаҡтарын берләштереү. Башҡортостандың “Газпром” предприятиелары төркөмө менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү мәсьәләһе ведомство-ара комиссия ултырышында тикшерелде. 2025 йылға тиклем газификациялау программаһына ярашлы төбәктә биналар һәм торлаҡ йорттарҙы газ яғыулығы менән тәьмин итеү кимәле йылдан йыл арта. Был күрһәткес Башҡортостанда Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән күпкә юғары һәм 82,3 процентты тәшкил итә. Газды транспортировкалау, тәрән эшкәртеү һәм ҡулланыусыға һатыу кимәле иһә инвестицияларға туранан-тура бәйле. Республикала шәхси йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыу, транспортты газ яғыулығына күсереү һәм башҡа мөһим программалар бойомға ашырыла.