Башҡалала пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 7 мең 854 осрағы теркәлгән. Республика буйынса был һан 24 меңдән ашыу. Һуңғы тәүлектә йәнә 165 кешенең был мәкерле сирҙе йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Шулай уҡ һуңғы ике аҙна дауамында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы осраҡтарының да артыуы күҙәтелә. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте. Халыҡ араһында күп борсолоуҙар тыуҙырған йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҡала хәкимиәте ултырышында ла төп мәсьәлә булды. «Өфө инженер селтәрҙәре» генераль директоры Максим Петров түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләү эшенең үтәлеше тураһында тулы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Дөйөм суммаһы 35 миллион һумға еткән 20 мең ғариза ҡабул ителер тип көтөлә. Мөрәжәғәттәрҙе 15 мартҡа тиклем ебәрергә мөмкин. 8 февралдән халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыла. Өфө халҡына яңынан иҫәпләүҙең һөҙөмтәләрен февраль һәм март квитанцияларында күрергә мөмкин буласаҡ. Ултырышта ҡаралған йәнә бер мәсьәлә — 2021 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар. Быйылғы төҙөлөш миҙгеленә бөтәһе 9 урам-юл селтәре объкттарын төҙөкләндереү ҡаралған. Ҡайһы бер объекттар үткән йылдан күсеп килеүсән. Өфө –Нуғай юлында 2020 йылда башланған ремонт, мәҫәлән, быйыл тамамланасаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов хәбәр итеүенсә. әлеге ваҡытта 2021 йылда ҡала сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар исемлеген киңәйтеү мәсьәләһе хәл ителә. Күптәрҙе борсоған Галле округы һәм Комсомол урамдары киҫелешендәге ремонт эштәре 2021 йылда тамамланасаҡ, тип хәбәр итте ул. Артабан көн тәртибенә ҡуйылған тема - урам-юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы төбәктә епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы тураһында алдан иҫкәрткәйне. Һауа торошо тыуҙырған киҫкен хәл бөтә республика буйынса күҙәтелә. Өфөнөң коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, махсус техника тәүлек әйләнәһенә һәм көсәйтелгән режимда эшләй. Кән һайын Өфө юлдарын таҙартыуға 450-нән ашыу кеше һәм 260 берәмек техника йәлеп ителә. Урамдарҙа 750 урам һепереүсе һәм 150-гә яҡын ҡар таҙартыу машиналары эшләй. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә башҡа торлаҡ ойошмаларынан бер мең ярым кеше ярҙамға сыҡҡан. Коронавирус темаһы һәр ваҡыттағыса көн тәртибендә. Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итеүенсә, башҡалала ғына пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 7 мең 854 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә йәнә 165 кешенең был мәкерле сирҙе йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Шулай кҡ һуңғы ике аҙна дауамында киҫкен респиратор вируслы инфекция осраҡтарының да артыуы күҙәтелә.
Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарауға ғариза 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә
Тулыраҡ: Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарауға ғариза 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә