Коронавирус менән көрәшеүгә үҙ көсөн индереүселәр

Тулыраҡ: Коронавирус менән көрәшеүгә үҙ көсөн индереүселәр

Уларҙы республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләп үтте. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының хирург-урологы Алексей Пушкарев, мәҫәлән, ҡыҙыл зонала эшләүсе табиптарҙың береһе. Пандемия ваҡытында уға ла хеҙмәттәштәре менән бер рәттән, дауаханан ҡайтмай, коронавирусҡа шик булыусы пациенттарға ярҙам итергә тура килә. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында эшләүсе Алексей Пушкарев сираттағы пациенттарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урология өлкәһе буйынса мөрәжәғәт итеүселәр бихисап, ти ул. Алексей Пушкаревтың дүрт быуын нәҫеле табип һөнәренә эйә. Шуға ла уның да ошо аҙымдан атлауы бер ҙә осраҡлы түгел. 26 йыл хирург-уролог һөнәренә тоғро ҡалған табип бер көн эсендә өс-дүрт кешегә операция яһап өлгөрә. Операция бүлмәһенә керер алдынан, мотлаҡ рәүештә, ҡулдар тулыһынса йыуыла, дизенфекциялана. Йылымыс һыу нисектер күңелде тынысландыра, ти хирург. Ҙур тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, һәр операция алдынан ҡурҡыу тойғоһо бөтмәй, ти ул. Операция барышында төрлө хәлдәр була, мәҫәлән, был пациенттың бәүел ҡыуығын алып ташларға тейештәр ине. Әммә хирургтар ашығырға кәрәкмәй тигән һығымта яһап, нәҙек эсәктән яңы ҡыуыҡ барлыҡҡа килтерә.Хеҙмәттәштәр өсөн бүлек мөдире генә түгел, шул уҡ ваҡытта дуҫ та, кәңәшсе лә була белеү мөһим. Ошо тимер ишектән башланып ҡыҙыл зона, ә һәр палата –изолятор. Былтыр апрель айында Алексей Пушкаревҡа башҡа табиптар менән бергә коронавирусҡа шик булған пациенттарға ла ярҙам итергә тура килә. Хәҙер коридорҙа булған ҡыҙыл зона, изоляторҙар тик фотоһүрәттә генә ҡалған. Дауахананың карантинға ябылып, коронавирусҡа шик булыусы пациенттарҙы дауалау табиптар өсөн тәжрибә генә өҫтәй, ти хирург-уролог.