Автоһәүәҫкәрҙәр, эшҡыуарҙар һәм социаль селтәрҙәр менән ҡулланыусылар өсөн мөһим яңылыҡ. 1 февралдән ошо һәм башҡа юҫыҡтарҙа законға үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Ябай машиналар үтмәҫлек юлдарҙы, урман араһындағы батҡаҡты гиҙеп, яҙлы-көҙлө һыуҙары кисе, ә ҡышын көрттәрҙе йырып йөрөү Азамат Динисламовтың бала саҡ хыялы. Ошо хыялын тормошҡа ашырырға уға Уаз автомобиле ярҙам иткән. 75 йылғы автомобилде Азамат 14 меңгә генә һатып алып, үҙенә яраҡлаштырған. Урман-тауҙар аша йөрөр өсөн эре тешле һәм ҙурыраҡ диаметрлы тәгәрмәстәр ҡуйылған, ботаҡтарҙы ҡырҡыусы сымдар урынлаштырылған, двигателенең ҡеүәте лә арттырылған. Хәҙер инде Азаматҡа транспорт сараһына индерелгән ошо үҙгәрештәрҙе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында рәсми рәүештә теркәр кәрәк. Водителдәргә ҡағылған тағы ла бер яңылыҡ – “Платон” системаһы ҡиммәтләнә. 1 февралдән башлап, йөк машиналары бер километр өсөн 2 һум 34 тин түләйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Платон” системаһы Рәсәйҙә 2015 йылда эшләй башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә бюджетҡа 126 миллиард һум ингән. Был аҡсалар федераль трассаларҙы капиталь ремонтлауға йүнәлтелә. Түләүҙәргә килгәндә, был айҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн дә өс төбәк операторы үҙҙәренең хеҙмәте өсөн хаҡты күтәрә. «Ҡаланы таҙартыусы махсус автохужалыҡ» предприятиеһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән бер кешегә айына – 75 һум, ә шәхси йорт хужаларынан – 76,17 һум түләтә. Шулай уҡ, “ЭКО-Сити” төбәк операторына ҡарағандарға 94,63 һәм 96,1 һум, ә “Экология Т” операторы ҡулланыусыларына түләү 95,35 һәм 96,85 һум тәшкил итә. Был тариф ҡала һәм район үҙәктәрендә көн һайын, ә башҡа тораҡ пункттарҙа 3 көнгә бер тапҡыр сүп-сарҙы сығарған осраҡта ғына һаҡланасаҡ. Әгәр ҙә операторҙар был шартты үтәмәй икән, хаҡтар элеккесә 75 һәм 55 һумға тиклем төшәсәк.1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр ҙә арта. Федераль льготалыларға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 4,9%-ҡа индексациялана. Социаль түләүҙәрҙе арттырыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә һәм башҡа ҡатлам граждандарға ҡағыла. Бынан тыш, ерләүгә пособие арттырылған. Вафат булған пенсионерҙың яҡындарына, 6 424,98 һум күләмендә пособие түләнәсәк.Тағы бер үҙгәреш. Хәҙер аҡсаларҙың ҡайҙа сарыф ителгәнен теүәл генә белергә мөмкин буласаҡ. Яңы ҡанун буйынса, чектарҙа һатып алынған продукцияның һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең тулы исемлеге мотлаҡ булырға тейеш. Был бөтә магазиндарға, кафеларға һәм хатта автосервистарға ла ҡағыла. Талапты үтәмәгән осраҡта 10 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары ихтимал. Һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланып яҙырға яратыусыларға ла кеҫәһенән ҙур ғына сумма сығарып һалырға тура киләсәк, ә яла яғыусылар иһә бөтөнләй 5 млн һумға тиклем штраф түләргә мәжбүр ителә. “Мәғлүмәтте һаҡлау тураһында”ғы федераль законда яңы статья барлыҡҡа килде. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә ниндәй ҙә булһа тыйылған мәғлүмәтте баҫтырыу тыйыла. Был ҡанундың үтәлешен тикшереү — социаль селтәр администраторҙары иңендә. Әйткәндәй, социаль селтәр тип көнөнә 500 мең кеше инеп ҡараған сайттар иҫәпләнә.
Тағы ла үҙгәрештәр
Тулыраҡ: Тағы ла үҙгәрештәр