Өфөлә Башҡортостан халыҡтары фольклоры энциклопедияһы донъя күрҙе

Тулыраҡ: Өфөлә Башҡортостан халыҡтары фольклоры энциклопедияһы донъя күрҙе

600 статья, 850-нән ашыу иллюстрация һәм төбәкте үткән йөҙ йылда үҙ иткән милләт вәкилдәренең ауыҙ-тел ижады тураһында асыҡ белешмә. Өфөлә Башҡортостан халыҡтары фольклоры энциклопедияһы донъя күрҙе. Һәр баҫылып сыҡҡан китап яңы тыуған бала кеүек. Ошо арала 85 йәшен ҡаршыларға әҙерләнгән фольклорсы ғалим Фәнүзә Нәҙершина Башҡортостан халыҡтары фольклоры энциклопедияһын бихисап фән эшмәкәрҙәренең оҙаҡ йыллыҡ хеҙмәтен берләштергән уртаҡ уңыш емеше, тип баһалай. 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптә 30 китап, “Салауат Юлаев” энциклопедияһы авторы өсөн тематик белешмәнең ғилми мөхәррире тәжрибәһе төбәктә фольклорҙы өйрәнеү мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнен йәнә таныта.Китап рус һәм инглиз телдәрендә бер мең данала баҫылып сыҡҡан. Энциклопедия ике өлөштән тора. Беренсеһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады, милли-мәҙәни сәйәсәт, тарихи мәғлүмәттәрҙән торһа, икенсеһе-биография һәм төшөнсәләр буйынса белешмә бирә. Мәғлүмәт иһә фольклорсы ғалимдар ғына түгел, ә төбәктә теркәлгән милли-мәҙәни берләшмә, тарихи-мәҙәни үҙәктәр һәм халыҡ йәмәғәт ойошмалары ла ярҙамында тупланған. “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте 35 йылдан ашыу эшмәкәрек дәүерендә 19 энциклопедия нәшер итһә, был егерменсе белешмә китап. “Башҡортостан халыҡтары фольклоры энциклопедияһы” алтынсы Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә сағыштырмаса тиҙ арала донъя күрҙе. Халыҡ ижадын өйрәнеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барған 60-тан ашыу ғилми эшмәкәрҙе берләштергән автор коллективы үҙенсәлекле энциклопедияның йөкмәткеһен төҙөһә, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре баҫманы тәғәйен ваҡытҡа тейешле талаптарға тап килтереп баҫтырыу бурысын үтәй. Баҫманы әҙерләп сығарыуға ике йыл самаһы ваҡыт талап ителгән. Бер энциклопедия икенсеһенә оҡшаған кеүек үк, һәр энциклопедияның тик үҙенә хас айырмаһы ла бар. Халыҡтар фольклоры энциклопедияһы милләттәрҙең рухи байлығын тасуирлау ғәмәле менән үҙенсәлекле. Тематик белешмә баҫмаларын сығарыу бында киләсәктә лә дауам итәсәк. 2022 йылда Өфөлә үтер тип көтөлгән Апимондия – Халыҡ-ара умартасылар Конгресы уңайынан ғилми нәшриәт йәнә бер энциклопедия әҙерләй. “Бал энциклопедияһы” өсөн әле фәнни мәғлүмәт туплана.