Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының һауа торошона бәйле фараздары дөрөҫ булып сыҡты. Кисә башланған буран бөгөн дә дауам итә. Юлдарҙы ҡар баҫты. Автомобилдәр хәрәкәте ҡатмарлашты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы Синоптиктар температураның 1 градусҡа тиклем күтәрелеүен, елдең тиҙлеге секундына 18 метрҙа тиклем етеүен фаразлай. Юлдарҙа боҙлауыҡ сәбәпле авариялар ҙа артҡан. Үткән тәүлектә генә 116 фажиғә теркәлгән. 14 кеше йәрәхәтләнгән.
Водителдәргә йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә
Тулыраҡ: Водителдәргә йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә