Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән 54 кеше сирләгән, уларҙың 27-һе балалар

Тулыраҡ: Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән 54 кеше сирләгән, уларҙың 27-һе балалар

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Аш 1, Эн 1 вирусы Бөрө, Бәләбәй, Нефтекама, Октябрский ҡалаларында, Баҡалы, Дыуан һәм Ейәнсура райондарында теркәлгән. Инфекцияны таратмау маҡсатында учреждениеларҙа карантин иғлан ителгән. Башҡортостандың хәрби частәрендә лә эпидемияға юл ҡуймаҫ өсөн саралар күрелә. Хәрби частә һәр иртә тикшереү үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән офицерҙар һалдаттарҙың бөхтәлеген ҡарай һәм температураһын үлсәй. Быларҙың барыһы ла киҙеүҙе киҫәтеү өсөн эшләнә.Шулай уҡ, казармаларҙы көн әйләнәһенә елләтеү ойошторолған, вирустарҙы үлтерә торған медицина ҡорамалдары ҡуйылған. Һалдаттарҙың көн дауамында сәй эсеп алырға мөмкинлеге бар. Хәрбиҙәр араһында сусҡа киҙеүе менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, ҡайһы берҙәре һыуыҡ тейҙереп өлгөргән. Табиптар иһә уларҙы махсус күҙәтеү аҫтында тота.Сир таралған осорҙа хәрби часть етәкселеге туҡланыуға ҙур иғтибар бүлә. Һалдаттарға ғәҙәти аштан тыш, өҫтәмә ризыҡ бирелә. Хәрби частә халыҡ саралары ла ҡулланыла. Һалдаттарға махсус рәүештә һуған һәм һарымһаҡ тәҡдим ителә. Шулай уҡ, витаминдар ҙа ҡаралған.Әрмелә „Старшина — әсәйҙе лә, атайҙы ла бер юлы алыштыра, тип әйтәләр. Ысынлап та, старшиналар һәм офицерҙар һалдаттарҙың нисек кейенгәненә тиклем күҙәтә.Көҙгөһөн һалдаттарҙың 90 процент самаһына прививка эшләнгән булған. Киҙеү таралмаһын өсөн хәҙер һалдаттарҙы ялға һирәк ебәрәләр. Бынан тыш, ата-әсәләр менән дә аралашыу сикләнгән.