Үҫеш корпорацияһы алдында яңы бурыстар

Тулыраҡ: Үҫеш корпорацияһы алдында яңы бурыстар

Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы эше менән федераль министрлыҡтар ҡыҙыҡһына. Был турала бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы эше менән танышҡан ваҡытта белдерҙе. Инвесторҙар менән эшләү корпорацияның төп бурысы тине Радий Хәбиров. Яңыраҡ эш башлаған команда алдында Республика етәксеһе етди бурыстар ҙа билдәләне – сәнәғәт тармаҡтары менән бергә алдынғы йүнәлешле проекттарҙы ла тормошҡа ашырыу. Корпорацияға яңыраҡ ҡына яңы команда килде. Улар инвесторҙарға консультация, юридик һәм башҡа йүнәлештәр буйынса “ашығыс ярҙам” хеҙмәтен булдырған. Кәңәшмәлә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы буйынса башҡарылған эштәр һәм “Өфө” индустриаль паркында сәнәғәт объекттары төҙөлөшө хаҡында һүҙ барҙы. Һуңғыһында быйыл яңы цех файҙаланыуға тапшырыла. Бында кесе һәм урта эшҡыуарҙар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған етештереү майҙансыҡтары булдырыла. Әле унда 10 резидент эшләй.