Башҡортостандың ҙур предприятиеларында халыҡты вакцинациялау башланды

Тулыраҡ: Башҡортостандың ҙур предприятиеларында халыҡты вакцинациялау башланды

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 1 мең доза вакцина һатып алғандар. Предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙең 60 процентын вакцинацияларға йыйыналар. Ирек Манапов 18 йәшендә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә эшкә килә һәм баш инженер вазифаһына тиклем үрләй. 73 йәшлек ир-уҙаман вакцина яһатыу коронавирустан һаҡланыуҙ төп сараһы тип иҫәпләй. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вакцинация ғинуар айында башланған. Тәүҙә 100 кешегә вакцина яһағандар. Хәҙер улар икенсегә эшләтергә йыйына. Радий Хәбиров вакцинацияны тотороҡһоҙ үткәреү өсөн медицина учреждениеларын һәм мобиль пункттарҙы әҙерләргә ҡушҡайны. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вакцина эшләтеү өсөн 10-ға яҡын пункт булдырылған. Предприятие 1 мең доза вакцина һатып алған да инде. Бында хеҙмәткәрҙәрҙең 60 процентын коронавирустан вакцинацияларға уйлайҙар. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза ҡалдырыусылар вакцина ала башланы. Республикаға 14 меңгә яҡын вакцина ҡайтарылған. Февраль айында Башҡортостанға коронавирустан 150 меңдән ашыу доза вакцина килергә тейеш. Бер һауытта 5 доза. Шуға ла вакцина эшләтеүгә бишәр кеше килә. Уларҙың барыһы ла маска кейгән булырға һәм арауыҡты һаҡларға тейеш. Вакцина эшләткәс кешеләргә бер аҙ ултырып алырға тәҡдим итәләр. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы ярты сәғәт күҙәткәс кенә хеҙмәт урындарына оҙата.Радий Хәбиров республика халҡын коронавирустан прививка эшләргә өндәне. Уның әйтеүенсә, бының менән һуҙырға ярамай. Әйткәндәй, Башҡортостан башлығы ла вакцина һалдырған һәм үҙен яҡшы тоя. Ошо турала ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм төбәк халҡына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Халыҡты вакцинациялау тотош ил буйынса бара. Рәсәй хәкүмәтенән белдереүҙәренсә, 70 миллионға яҡын кешегә прививка эшләнергә тейеш