Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырыуға табан бара

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл яҡшырыуға табан бара

Ошо йәһәттән республиканың ҡала дауаханаларында асылған ковид госпиталдәр ябыла. Әлеге көнгә республиканың 9 медицина учреждениеһы профилле йүнәлеш буйынса эшкә ҡайтарылды. Олег Ғәйнулла улы катаракта менән яфалана. Оло йәштәге ир дауаханаға операцияға йәйҙән бирле эләгә алмай интеккән. Башта үҙизоляция, һуңынан, беркетелгән дауахана ковид госпитальгә әйләнгән. Госпиталь статусы алыныу менән беренселәрҙән булып тикшерелергә килгән Олег Батыршин. 1 февралдән Өфөнөң 10-сы клиник дауаханаһы ғәҙәти рәүештә үҙ эшен башланы. Үткән йылдың 26 октябренән ул Ковид госпиталт итеп үҙгәртелгәйне. 3 ай дауамында 300 урынға тәғәйен дауахана коронавирус менән сирләүселәрҙе ҡабул итте. Офтальмология, реабилитация, неврология һәм терапия бүлектәре табиптары квалификацияларын яңыртып сиргә ҡаршы көрәш алып барҙы. Офтальмология бүлеге етәксеһе Айҙар Йәмлихановҡа айҙан артыҡ табип инфнкционист булып эшләргә тура килгән. Ул етәкләгән бүлек әле коронавирус менән түгел, күҙ ауырыуҙары менән килгән 20 пациенты планлы рәүештә операцияға ҡабул иткән. Уҙған аҙнала коронавирус менән сирләп һауыҡҡан һуңғы пациент дауахананан ҡайтарылған. Унан һуң 3 көн дауамында тотош дезинфекция үткәрелгән. Табиптар әйтеүенсә, коронавирус менән эшләү һәр кем өсөн оло тәжрибә булған. Ковид госпиталь эшмәкәрлегенең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен ғәҙәти эштә лә мотлаҡ ҡулланасаҡ улар. Башҡортостанда коронавирус менән бәйле хәл тотороҡланыу сәбәпле республиканың ҡала дауаханаларында ваҡытлыса асылған ковид госпиталдәр ябыла. Ошо көндәрҙә генә 9 дауахана ғәҙәти эш режимына күсте.