Табип-эндоскопист Андрей Сурдул йылына ҡурылдай-үпкә системаһын тикшереү буйынса 2000 процедура үткәрә. Коронавирус эпидемияһы башланғас сирлеләргә тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына Ковид-19 -ҙы диагностикалау бүлегенә ярҙамға килә. Әлеге мәлдә ул үҙенең ҡәҙимге эш урынында. Республиканың туберкулерға ҡаршы диспансерында эндоскопия бүлеген етәкләй. Һәр пациент менән осрашыуға етди әҙерләнә табиптар. Йоғошло сир, үпкә ауырыуынан шөрләгәнгә түгел, ә йылдар дауамында һалынған ҡағиҙә ошоно талап итә. Үпкә, тын юлдары ауырыуҙары йоғошло сирҙәр араһында киң таралғандар рәтендә. Процедура ла пациент өсөн еңел йә күңелленән түгел. Хатта ауыр. Әммә был өлкәлә 36 йыл тәжрибәһе булған табип- эндоскопист Андрей Сурдулдың ышаныслы хәрәкәттәре пациентты тынысландыра кеүек. Тикшереүгә еңел генә көйләп ебәрә.Андрей Юрьевич көнөнә 10-лаған бронхоскопия үткәрә.Инфекцион дауаханала эшләү, ҡатмарлы сирлеләр уны бер ҡасан да ҡурҡытмаған. Сөнки әсәһе ғүмер буйы туберкулезға ҡаршы клиникала эшләй.Атаһы ла ҡасандыр ошо сиргә дусар булған. Шулай булғас, медицинаның был өлкәһенә ул бала саҡтан һалынған ниәттәр менән килә.Һәр һөнәр кешенең холҡона үҙенсәлекле эҙ һала. Ситтән ҡарауға ул ҡырыҫыраҡ кеүек, шаярып-көлөп йөрөүселәр рәтенә ҡуймай үҙен. Иң мөһиме йөрәктән сыҡҡан изгелек.Табип-эндоскопистың сирҙе дөрөҫ билдәләүе дауалаусы табип өсөн дә сирле өсөн дә мөһим. Куреүебеҙсә, пациентты дөрөҫ көйләү ҙә дигностиканың һөҙөмтәһенә бәйле. Юғары категориялы белгес, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Андрей Сурдул республикала фибробронхоскопия өлкәһендә билдәле белгес. Медициналағы юғары технологияларҙы ҡулланып бронхоблокаторҙар ҡуйыусы һынаулы ғына табиптар рәтендә. Коронавирус эпидемияһы башланғас та сирлеләргә тиҙ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына Ковид-19 -ҙы диагностикалау бүлегенә ярҙамға килә. Әлеге мәлдә Андрей Сурдул үҙенең ҡәҙимге эш урыны — республиканың туберкулерға ҡаршы диспансерында.
Ул 36 йыл үҙ һөнәренә тоғро
Тулыраҡ: Ул 36 йыл үҙ һөнәренә тоғро