«IT-Куб» - балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө

Тулыраҡ: «IT-Куб» - балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө

Өфөләге “Яркий” микрорайоны балалары ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Республика башлығы Радий Хәбиров полилингваль балалар баҡсаһы һәм полилингваль гимназия тәрбиәләнеүселәре менән осрашты. Сағыу микрорайонда сағыу балалар баҡсаһы 2021 йылдың ғинуар урталарынан асыҡ. 180 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ҡыҙҙар һәм малайҙар уйын аша башҡорт, рус һәм инглиз теле нигеҙҙәрен өйрәнә. Педагогтар тейешле белем кимәленә эйә. Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең дөрөҫ һәм киң үҫешенә булышлыҡ иткән бар шарттар тыуҙырылған. Уйын бүлмәләренән тыш, күнегеүҙәр һәм музыка залдары, дөйөм белем кабинеттары, медицина пункты, заманса ашхана блогы бар. Мәктәп йәшенә еткәс был балалар эргәләге “СМАРТ” полилингваль гимназияһында урта белем аласаҡ. Радий Хәбиров республикала полилингваль мәктәптәр селтәре тағы ла киңәйә, балалар төрлө телдәр өйрәнеү һәм сифатлы белем алыу мөмкинлектәрен файҙалана, тип белдерҙе.«IT-Куб» — балаларға өҫтәмә белем биреүҙең өр-яңы төрө. Күп йүнәлешле полилингваль гимназияның цифра белем биреү үҙәгендә уны асыр өсөн 13 миллиондан ашыу аҡса бүленһә, шуның 12 миллион туғыҙ йөҙ меңдән ашыуы – федераль бюджеттан. «IT-Куб» информатика һәм телекоммуникация технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән тупланған оҫталыҡты тиҙ арала үҙләштереү маҡсатын ҡуя. Бындай клубтар тик мәктәптә эшләйәсәк, балаларға уңайлы булһын өсөн. «IT-Куб»та 450 бала шөғөлләнер урын ҡаралған, күнекмәләр бушлай. Әле төркөмдәргә 200 уҡыусы яҙылған. Буласаҡ программистарҙан ғариза алыу дауам итә. Лабораторияларҙа Өфөнөң башҡа мәктәп уҡыусылары ла шөғөлләнә ала. Радий Хәбиров программалар лабораторияһын, системалы идара итеү, виртуаль ысынбарлыҡты күсмә эшкәртеү лабораторияларын ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтар менән аралашты. 2022 йыл аҙағына республика ҡала һәм райондарында йәнә туғыҙ ошондай «IT-Куб» асыу көтөлә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өс лидер төбәк иҫәбендә. Цифралы белем биреү үҙәктәре Стәрлетамаҡта быйыл, киләһе йылда иһә Нефтекама, Сибай, Күмертау, Белоретта һәм төбәктең төнъяҡ-көнсығыш өлөшөндә асыласаҡ.