Рәсәйҙә коллектор ойошмалары эшмәкәрлеге менән риза булмаусылар арта

Тулыраҡ: Рәсәйҙә коллектор ойошмалары эшмәкәрлеге менән риза булмаусылар арта

Мыҡты кәүҙәле егеттәр кредит алып уны түләй алмаусыларҙы төрлө юлдар менән ҡурҡыта, мөлкәтен яндырыу, балаларын үлтереү менән янай. Ниһәйәт был мәсьәләгә иң юғары кимәлдә иғтибар иттеләр. Коллекторҙарҙан зыян күреүселәр беҙҙең редакцияға ла йыш мөрәжәғәт итә. Олег Квашнин үҙенең бурысы барлығы хаҡында белеп аптырашта ҡала. Руссколлектор ойошмаһы исеменән килгән хатта уның кредит кооперативына бирәсәге барлығы хаҡында әйтелә. Бер нисә көндән уға шылтыратып 13 мең түләргә талап итәләр. Ғәжәп, сөнки беҙҙең герой һүҙҙәренә ҡарағанда ул бер ҡайҙан да кредит алғаны булмаған. Быға тиклем эре банктарҙан алынған бурыстарын ул ваҡытынан алда түләп бөткән. Бурыс булмағас борсолорға ла урын юҡ кеүек. Шылтыратыуҙар көн дә ҡабатланғас ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙа. Һәм йәнәһе лә бирәсәге булған финанс ойошманы интернет аша таба.Олег Квашниндың исеменән кемдер кредит алғанмы, әллә был мутлашыусылар эшеме хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡларға тейеш. Тик күп осраҡта тикшереүҙәр ҙә һөҙөмтә бирмәй. Коллекторҙар башбаштаҡлығының сигенән ашыуына яңылыҡтар таҫмаһындағы ваҡиғалар ғына ла асыҡ дәлил. Үткән аҙнала Ульяновскийҙа бурыс талаусы кеше йортона ут төрткәйне, һөҙөмтәлә 2 йәшлек баланың тәне бешеп дауаханаға эләкте. Был осраҡтан һуң Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко коллекторҙар эшмәкәрлеген сикләргә тәҡдим итте.Коллекторҙар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтарының сикһеҙ артыуына бәйле, уларҙың эшен көйләүсе закон ҡабул ителгәнгә тиклем коллектор агентлыҡтарының эшмәкәрлдеген туҡтатырға кәрәк. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары әле Думаға яңы тәҡдим әҙерләй. Был хаҡта Рәсәй Башҡортостан радиоһында коллеторҙар эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса эшсе төркөм рәйесе Рәмил Хәкимов белдергәйне. Төбәк парламентарийҙары лицензияларға һәм контролдә тотоусы органды билдәләргә кәрәк тип иҫәпләй. Коллекторҙар эшмәкәрлеген көйләүсе закондың әле һаман ҡабул ителмәүе бурыс ҡайтарыусыларҙың һәм мутлашыусыларҙың алдау алымдарын байыта.