Баҫма тиҫтә йыл дауамында Рәсәй матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тарафынан иғлан ителгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. «Аҡбуҙаттың” тиражы бөгөн күпме, юбилей йылы уңайынан журналдың кескәй уҡыусыларын ниндәй ҡыҙыҡлы бәйгеләр, бүләктәр көтә? Кескәйҙәр өсөн яҙған кешеләр — бала саҡ илендә йәшәй. Шиғыр яҙһынмы, хикәйәме, картиналар тыуҙырһынмы, күңеле менән ул шул илдә. Әле лә мөхәррирҙәр шау-гөр килеп һүрәт ҡырҡып ҡарай. Балаларға ни тиклем ҡыҙыҡлы икәнен башҡаса ҡайҙан беләһең?Журналдың һәр һанында сыҡҡан ҡул эштәрен балалар көтөп ала. Күреүебеҙсә, баҫманың 70 проценты һүрәттән тора. Шулай булғас, был эшкә айырыуса етди ҡараш талап ителә. Рәссам Артур Вәсилов «Аҡбуҙат» журналы менән инде 20 йыл тирәһе хеҙмәттәшлек итә. Редакция коллективы ҙур түгел. Әммә кескәйҙәрҙең әллә күпме «Ни өсөн»дәренә яуап биреүсе Аҡбуҙаттарҙың дәрте лә дарманы ла етерлек. Әленән әле яңы проекттар өҫтөндә эшләйҙәр. Йыл аҙағында Пермь өлкәһендә йәшәүсе ғәйнә башҡорттары өсөн махсус 13-сө һан сығарғандар. Һан тулыһынса төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында баҫтырылған. Мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн башҡорт телендәге журнал 1989 йыл аҙағында “Ағиҙел”журналына ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән донъя күрә. Ә 1991 йылдан үҙаллы баҫма. Уның тәүге һандарының тиражына күҙ һалығыҙ -22 мең дана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираж йылдар дауамында күпкә кәмегән. Аҡбуҙаттың башҡа баҫма журналдарҙан айырып торған үҙ йөҙө бар. Ул республикабыҙҙың бәләкәй башҡортон тәрбиәләүсе, уларҙың милли үҙаңын үҫтереүсе баҫма, тей журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.Балалар яратып уҡыған «Аҡбуҙат» журналы үҙенең 30 йыллығы уҡыусыларын төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға саҡыра. Юбилей уңайынан бүләктәр ҙә күп уйнатыла. Газет –журналдар уҡыусыға ваҡытында барып етһен өсөн матбуғат йортоноң баҫтырыу цехында эш туҡталмай.Республиканың матбуғат баҫмалары араһында 10 мең тиражы менән «Башҡортостан уҡытыусыһы» беренсе урынды биләһә, “Аҡбуҙат” 5 мең тиражы менән икенсе баҫҡыста. 30 йыл элекке 22 мең тиражды ҡыуып етеп булмаһа ла башҡорт балаларын тәрбиәләүсе төп матбуғат баҫмаһының күләмен тағы ике тапҡырға арттырыу “Аҡбуҙат”журналы хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы.
Балалар яратып уҡыған «Аҡбуҙат» журналы үҙенең 30 йыллығын билдәләне
Тулыраҡ: Балалар яратып уҡыған «Аҡбуҙат» журналы үҙенең 30 йыллығын билдәләне