Аяғыңда аҡ быйма, бысратырһың, бик кеймә

Тулыраҡ: Аяғыңда аҡ быйма, бысратырһың, бик кеймә

Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында 3-сө йыл рәттән "Аяғыңда аҡ быйма, бысратырһың, бик кеймә!" тигән быйма байрамы үткәрелә. Йылы йомшаҡ аяҡ кейемен маҡтаған байрамда 100-ләгән бәйгесе һынау тотҡан. Сара"Сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына» бағышланды. Ниндәй генә быймалар юҡ бында. Конкурсанттар 8 номинацияла көс һынашҡан. 40 йыл тарихы булған быйма, күп тишекле, иң матур табанлы быйма, иң матур биҙәлгән һәм сағыу быймалар арһынан еңеүселәр һайланды. Байрамда Район эске эштәр бүлегенең "Быймалы погонһыҙҙар" командаһы ”Дәртле" номинацияһында еңеү яулаһа, Яңы Усман ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советының "Супер быйма" командаһы «Иң әүҙем команда" тип табылған.