Республика Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары тарихта беренсе тапҡыр алданған крәҫтиәндәр үтенесе буйынса тәфтиш эше барышын контролгә алды. Кушнаренко районы Шәрип ауылы халҡы урындағы „Агри„ йәмғиәтен үҙҙәренең пай ерҙәрен законһыҙ нигеҙҙә тартып алыуҙа ғәйепләй. Улар Дәүләт Йыйылышына үткән йылдың июль айында уҡ мөрәжәғәт иткәйне. Әле был мәсьәлә буйынса республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башланы. Ҡоролтай депутаттары Кушнаренко район советында эшләүсе хеҙмәттәштәрен Шәрип ауылындағы хәлде үҙ иркенә ҡуйыуҙа шелтәләй. Парламент комиссияһы вәкилдәре алданған пайсылар мәсьәләһен комитет ултырышында ҡарарға, ә уға тиклем район хакимиәтенән бар тейешле мәғлүмәттәрҙе биреүҙе һорарға һәм ерҙе файҙаланыусы хужалыҡ етәкселеге менән осрашыу үткәрергә ҡарар итте. Беҙҙең хәбәрселәр бөгөн Кушнаренко районы Шәрип ауылы пайсылары менән дә осрашты. Урланған ерҙәр һәм уларҙы законлы хужаларына ҡайтарыу мөмкинлеге тураһында сюжетты хәбәрҙәрҙең киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.
Кушнаренко районы Шәрип ауылы халҡы урындағы ,,Агри,, йәмғиәтен үҙҙәренең пай ерҙәрен законһыҙ нигеҙҙә тартып алыуҙа ғәйепләй
Тулыраҡ: Кушнаренко районы Шәрип ауылы халҡы урындағы ,,Агри,, йәмғиәтен үҙҙәренең пай ерҙәрен законһыҙ нигеҙҙә тартып алыуҙа ғәйепләй