Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украинаның Франциялағы илселеге канал+ телеканалын Революция битлектәре фильмын эфирҙан алыуҙы һораған. Фильмда майҙандағы хәлдәр, кеше үлтереүҙәр, Одессалағы фажиғә тураһында бәйән ителә. Киевтың талабын француздар кире ҡаҡҡан.

Европа берлегенең полиция хеҙмәте мигранттарҙың балаларының күпләп юғалыуы тураһында хәбәр итә. Ике йылда ғына 10 мең сабый юғалған. Уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел.

Зика киҙеүе донъяға янай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ашығыс саралар күреүҙе талап итә. Ошо сәбәпле барлыҡ илдәргә берлектә эшләү кәңәш ителә. Сөнки Зика киҙеүе өсөн сиктәр, илдәр һәм милләттәр юҡ. Быйыл күҙаллауҙар буйынса 3-4 миллион кешенең киҙеүҙе йоҡтороуы ихтимал.