Исемлеккә 1 миллион 260 мең объект ингән. Улар араһында ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫ¬тиән-фермер хужа-лыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсы һәм граж¬дандарҙың башҡа төрҙәге хужалыҡ¬тары, баҡса¬сы¬лыҡ, йәшелсәселек берек¬мәләре бар. Сараны ойоштороу һәм үткәреү өсөн республикаға федераль бюджеттан 64 миллион 800 мең һум субвенция бүленгән. Был мөһим кампания төбәктең ауыл хужалығы торошон, үҫеш кимәлен билдәләргә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ хеҙмәт һәм ер ресурстары, ауыл хужа¬лығы куль¬тураларының майҙаны, мал һаны, аҙыҡ-түлек етештереү, кредит һәм субсидиялар күлә¬ме лә асыҡланасаҡ. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу быға тиклем 2006 йылда үткәрелгәйне.
Быйыл Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк
Тулыраҡ: Быйыл Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк