Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. Проект сиктәрендә 50 бала 11 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Һигеҙ йәшлек Данил Петрушинға ла ашығыс рәүештә операция талап ителә. Тауҙа, һырғалаҡта шыуыу, тиҫтерҙәре менән саф һауала уйнау – һигеҙ йәшлек Данилдың яратҡан шөғөлдәре. Тик әлегә ата-әсәһе улдарын артыҡ көс төшөүҙән сикләргә тырыша.Данил Петрушин тыумыштан йөрәк сиренә дусар. Шуға күрә малайҙың хәле тиҙ бөтә, уға уйын ваҡытында туҡтап, йыш ҡына ял итергә тура килә. Юғиһә, баланың танауы, ауыҙ тирәһе күгәрә, тыны ҡыҫыла. Был диагноз сабый йәш ярымлыҡ булғанда ғына асыҡлана.Әммә дарыуҙар менән генә дауаланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирмәй. Һуңғы тикшереүҙәр йөрәк етешһеҙлегенең ҙурайыуын күһәткән. Данилдың хәле насарая, уға ашығыс рәүештә операция эшләргә кәрәк. Республика кардиология үҙәге табиптары уны бушлай яһарға әҙер.Тик эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус ҡоролма — окклюдер кәрәк. Уның хаҡы – 200 мең һумдан ашыу. Петрушиндарҙың уны һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Йөрәк сире менән яфаланыусы һигеҙ йәшлек Данил Петрушин телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Бының өсөн 5542 һанына ДЕТИ һүҙен менән смс-хәбәр ебәреп, аҡса күсереүегеҙҙе раҫлау ҙа етә. Хаҡы — 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ баланың яҙмышын үҙгәртер, уға сәләмәт йөрәк бүләк итер.
Һигеҙ йәшлек Данил Петрушин мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж
Тулыраҡ: Һигеҙ йәшлек Данил Петрушин мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж