Ҡытай Халыҡ Республикаһы гражданы – “Галактика” йәмғиәтенең генераль директорына ҡарата суд ҡарары сығарылды. Суд барышын журналистар күҙәтә алмаһа ла, хөкөм ҡарары асыҡ режимда иғлан ителде.Мәғлүм булыуынса “Галактика” йәмғиәтенең директоры Хуан Цзянь Минь коммерция эшмәкәрлегендәге закон боҙоуҙарына ҡарата тикшереүҙе туҡтатыу өсөн федераль именлек хеҙмәткәренә 2 миллион һум аҡса тәҡдим итә. Хеҙмәткәр был хаҡта етәкселегенә хәбәр итә. Һөҙөмтәлә оператив-эҙәрлекләү сараһы үткәрелеп, фирма етәксеһе ришүәт биргән саҡта ҡулға алына. Суд ҡарары менән 50 йәшлек сит ил гражданины 4 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде.
Ришүәт өсөн яза
Тулыраҡ: Ришүәт өсөн яза