Юл хәрәкәте хәүфеһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2020-се йылға йомғаҡ яһап, матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Республикала былтыр бөтәһе 3 736 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 454 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 4 636 кеше тән йәрәхәттәре алған. Матбуғат конференцияһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, камералар буйынса һорауҙар ҡаралды һәм 2021 йылға яңы маҡсаттар ҡуйылды. Мәҫәлән, быйыл юлдарҙа 800 камера урынлаштыраласаҡ. Бынан тыш, юл-транспорт хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен күтәргән радио һәм телевидение, гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Иғтибар үҙәгендә - юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
Тулыраҡ: Иғтибар үҙәгендә - юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге