Яратам-Fest

Тулыраҡ: Яратам-Fest

“Башҡортостан 24” каналы йәнә дуҫтарын йыя. Ғашиҡтар көнөнә арнап, 14 февраль “Динамо” стадионы менән берлектә Яратам-Fest ойошторола. Һырғалаҡҡа бушлай инеү мөмкинлеге, яратҡан артистарығыҙҙың сығыштары, конкурс-викториналар, иҫтәлеккә бүләктәр һәм боҙҙо иретерлек дискотека. Боҙ өҫтөндә шыуыу ғына түгел, бейеп күңел асыу мөмкинлеген йәнә бүләк итә “Башҡортостан 24” каналы һәм “Динамо”стадионы. Боҙҙағы дискотека былтыр студенттар көнө уңайынан үткәрелһә, быйыл сара Ғашиҡтар көнөнә арнала һәм Яратам-Fest тип атала. Ысынлап та, Өфөләге иң ҙур һырғалаҡта боҙ ҙа иң яҡшыларҙан. Уны көн һайын яңартып, сифатын тикшереп торалар. 20 мең квадрат метрлыҡ майҙан бөгөндән үк 2-3 меңдән ашыу конькиҙа шыуыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Яратамфестта сығыш яһаясаҡ артистар ҙа әҙерләнә. Улар араһында этно-шоу Зәйнетдин, “Splash” барабан-шоу төркөмө, мультинстументалист Ришат Рәхимов һәм йырсы Алтынай Вәлитов. Теләгәндәр эҫе сәй һәм ҡоймаҡ менән дә һыйлана ала. “Башҡортостан 24” каналы алып барыусылары уҙғарасаҡ конкурс-викториналарҙа ҡатнашҡандарға ҡиммәтле бүләктәр, төрлө сертификаттар ҙа тапшырыласаҡ. Төп бүләк – “Динамо”ның фитнес клубына йыллыҡ карта. Йәш сикләүҙәре юҡ. Былтыр студенттар менән бер рәттән республикабыҙҙағы иң билдәле өләсәйе Албина Исхаҡова ла килгән ине. Ул әхирәттәре менән бергә үҙенең 82 йәшен боҙҙағы дискотекала билдәләне. Йыр-бейеү, ҡыҙыҡлы конкурстар, ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар, күтәренке кәйеф һәм һөйгән ярыңды табыу мөмкинлеге — барығыҙҙы ла Ғашиҡтар көнө — 14 февралдә сәғәт өстән етегә тиклем “Динамо” стадионында көтөп ҡалабыҙ. Килегеҙ, дуҫтар, һис шикһеҙ, күңелле буласаҡ.